www.fgks.org   »   [go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Портал:Башҡорт әҙәбиәте

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
«Башҡорт әҙәбиәте» порталына рәхим итегеҙ!

Башҡорт әҙәбиәт ғилеме — нәфис әҙәбиәтте кешелек һәм башҡорт халыҡ мәҙәниәте күренеше булараҡ өйрәнеүсе фән, XIX быуаттың 2-се яртыһында нигеҙ һалынған фән. Төп тармаҡтары: әҙәбиәт теорияһы, әҙәбиәт тарихы. Ҡайһы бер ғалимдар шулай уҡ әҙәбиәт ғилеменең төп тармағына фольклористиканы ла индерә. Әҙәбиәт ғилемендә бик күп йүнәлештәр бар, шул иҫәптән — психоаналитик һәм психиатрия йүнәлештәре. Ярҙамсы дисциплина булып библиография, текстология, палеография тора.

үҙгәртергә Бөгөнгө рәсем
Бикчәнтәев Әнүәр Һаҙый улы, Әнүәр Бикчәнтәев (21 сентябрь 1913 йыл — 18 май 1989 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан башҡорт яҙыусыһы
үҙгәртергә Бөгөнгө мәҡәлә
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк йәки Минең башҡорттар! — башҡорт, татар һәм ҡаҙаҡ яҙыусыһы , Мифтахетдин Аҡмулла әҫәре. Прогресҡа, йәмғиәт үҫешенә юлды шағир мәғрифәтселектә, белемгә эйә булыуҙа, практик тормошта кәрәк булған эштәргә өйрәнеүҙә күрә.

XX быуат башында әҙәби гимн йыры, шиғри мөрәжәғәт йәки шиғри хат һымаҡ яҙма татар телендә Ғәрәп яҙмаһы нигеҙендә яҙылған. Беренсе тапҡыр 1931 йылда баҫыла. Башҡорт мәғрифәтсеһе Закир Шакиров уның авторы Аҡмулла тип иҫәпләй.

Далала, башҡорттар һәм ҡаҙаҡтар араһында ил гиҙеп, балалар уҡытып йөрөгәндә яҙылған.

Шағир, Салауат Юлаевтан ҡала беренсе тапҡыр, халыҡҡа «Минең башҡорттарым!» тип мөрәжәғәт итә. 1990-сы һәм 2000-се йылдарҙа шиғыр әүҙем рәүештә популярлаша һәм шағирҙың портреты менән бергә башҡорт гимназияларына ингән ерҙә урынлаштырыла.

үҙгәртергә Беләһегеҙме…
  • 1920 йылдарҙа яңы башҡорт әҙәбиәтенең үҫеүе һәм ойошоуы шыма ғына бармай. Проза әҫәрҙәре ныҡ үҫеш ала. Мәжит Ғафури «Ҡара йөҙҙәр», «Тормош баҫҡыстары», Авзал Таһиров «Ташҡын даръя тармағында», Имай Насыри «Гөлдәр», «Һөжүм» тигән башҡорт халҡының ауыр үткәнен, уның яҡты киләсәген һүрәтләгән повестар, романдар ижад ителә.
    Сығанаҡ:www.wikiplanet.click
үҙгәртергә Һылтанмалар
үҙгәртергә Бөгөнгө өҙөмтә

Ил иртәһен уйлаһын, Ил иртәһе — ишәккә тип, Ҡулын һелтәп ҡуймаһын; Туйған ерҙә йөрөгәндә Тыуған ерҙән туймаһын!

Рәми Ғарипов, «Йырҙарыма ҡайтам»


үҙгәртергә Категориялар
үҙгәртергә Был ай башҡорт әҙәбиәтендә:

Апрель

Дауыт Юлтый (һулда), Хабибулла Ибраһимов һәм Мәжит Ғафури Башҡортостанда А. П. Чехов исемендәге санаторийҙа. 1933 й.


үҙгәртергә Яңы мәҡәләләр

Башҡорт мемуарҙары — мемуар авторы үҙе ҡатнашҡан, йәки уның шаһиты булған кешеләрҙән билдәле булған ваҡиғалар тураһында һөйләүсе Башҡортостан замандаштарының яҙмалары йәки Башҡортостан тураһында яҙмалар, мемуар авторы менән таныш булған кешеләр тураһында материалдар. Мемуарҙарҙың мөһим үҙенсәлеге булып унда һүрәтләнгән республикала булып үткән ваҡиғаларҙың ысынбарлыҡҡа тап килеүе, текстың документаль характерҙа булыуы тора, үткәндәрҙе автор үҙ ҡарашынан сығып сағылдыра. Башҡорт әҙәбиәтендә мемуарҙарҙың тәүге өлгөһө булып сәйәхәтнәмә тора, республика биләмәһендә сәйәхәт итеүселәрҙең юл яҙмаларын, тормош тураһында хәтирәләрен үҙ эсенә ала. Сәйәхәтнәмә түбәндәге төрҙәрҙе үҙ эсенә ала: сәйәхәт, хаж юлъяҙмалары, юл яҙмалары, очерктар. Уларҙың авторҙары: Р. Фәхретдинов ((«Асар». т. 1, 2б. Ырымбур, 1901), А. Ҡарғалы, Г Сокрой, М. Өмөтбаев, Кирәй Мәргән («Йыр дәфтәре», 1959—1964), Ғ. Ибраһимов «Дуҫтар илендә» («Дуҫтар ерендә», 1958) һәм башҡалар.

Мемуар элементтары, атай яғынан ырыу башлығы исемдәрен, тарихи ваҡиғалар тураһында мәғлүмәттәрҙе, башҡорт ырыу һәм ҡәбиләләр тормошонан төп факттарҙы үҙ эсенә алған Башҡорт шәжәрәһендә бар.

Үҙҙәренең мемуарҙарында М. И. Өмөтбаев Мәскәүгә, Санкт-Петербургҡа, Ҡырымға сәйәхәте; Р. Ф. Фәхретдинов — Аҡмулла; Ғ. М. Кейеков — татар мәғрифәтсеһе К. Насыри (1913) тураһында үҙҙәренең хәтирәләрен һәм фекерҙәрен һүрәтләгән.

үҙгәртергә Туғандаш порталдар
үҙгәртергә Туғандаш проекттар