www.fgks.org   »   [go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе уҡытыусылары

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте

Байназар урта мәктәбеРәсәй Федерацияһы Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы мәктәптәренең береһе.

Байназар урта дөйөм белем биреү мәктәбе(1984 йылғы зданиеһы)

Байназар урта мәктәбе дөйөм белем биреү мәктәбенең тарихы

1924 йылда Бөрйән районында башлап асылған дүрт мәктәптең береһе булып Байназар ауылында тәүге совет мәктәбе асыла. Иң тәүләп 12 малай уҡый башлай.

Ырымбур педагогия техникумын тамамлап эшкә килгән Ғаяз Ҡәҙерғолов мәктәптең тәүге уҡытыусыһы һәм беренсе директоры була.

1927 йылдан терәк совет мәктәбе, 1934 йылдан тулы булмаған урта мәктәп, 1936 йылдан ете йыллыҡ мәктәп булып китә. 1943 йылда мәктәп базаһында балалар йорто ойошторола. Унда һуғыш һәм һуғыштан һуңғы йылдарҙа 800-ҙән ашыу бала тәрбиәләнә.

1946-1947 йылдарҙа мәктәптең яңы бинаһы төҙөлә. 1951 йылдан урта дөйөм белем биреү мәктәбе итеп үҙгәртелә. 1954 йылда урта мәктәптең беренсе сығарылышы була. Мәктәпте тамамлаған ун кешенең һигеҙе юғары уҡыу йортона уҡырға инә. Һуңынан улар Башҡортостанда билдәле кешеләр булып китә.

Әлибәков Таштимер Ишмөхәмәт улы –Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған зоотехнигы, Һөйәрғолов Муллайән Зыяитдин улы (21 ноябрь 1934 йыл) — Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры артисы, 1984 йылдан СССР Театр эшмәкәрҙәре союзы ағзаһы. Башҡорт АССР-ының халыҡ артисы (1986).

Баязитов Риф Ишдәүләт улы – Башҡортостан Республикаһы атҡаҙанған агрономы, Сәфәрғәлин Ғилман – «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре», йырсы, зоотехник, «Хеҙмәт батырлығы өсөн» миҙалы һәм «Почёт Билдәһе» ордены кавалеры (1986).

1959-1960 йылдарҙа ике ҡатлы бүрәнә бина төҙөлә. 1967 - 1972 йылдарҙа уҡыу-тәрбиә эшендәге уңыштары һәм ҡаҙаныштары өсөн мәктәп ике тапҡыр КПСС Район Комитетының күсмә Ҡыҙыл Байрағы менән бүләкләнә.

Педагогтарҙың уңышлы эшмәкәрлеге өсөн яҡшы шарттар булдырылған. 11 уҡыу кабинеты эшләй, уларҙың 8-е компьютер ҡорамалдары комплекттары менән йыһазландырылған. Бер компьютер класы, өс «Үҫеш Нөктәһе " кабинеты, тыуған яҡты өйрәнеү музейы, спорт залы, китапхана, ашхана һәм мәктәп яны участкаһы бар.

"Һәләтле балалар" программаһы, "Любизар" хәрби-патриотик клубы, "Йәш юлаевсылар" балалар ойошмаһы (1-4 класс), Салауат Юлаев исемендәге (5-8 класс), Зәки Вәлиди исемендәге йәштәр ойошмаһы (9-11 класс) эшләп килә.

Баскетбол һәм волейбол спорт секциялары, "Ижад Йәйғоро", "Оҫта ҡулдар", "Мауыҡтырғыс грамматика"түңәрәктәре, "шашка, Милли көрәш, еңел атлетика, саңғы, ҡурай, мондарья, ҡурай Ҡәләм түңәрәктәре алып барыла.

Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған уҡытыусыһы Роберт Ишдәүләт улы Баязитов исемендәге кубокка, Я. Н. Ғәзин исемендәге Кубокка милли көрәш, физик культура уҡытыусыһы, Филүс Мөбәрәк улы Нурғәлин Кубогына хоккей һәм волейбол буйынса йыл һайын шахмат буйынса турнирҙар үткәреү яҡшы традицияға әүерелде.

2009 йылдың декабренән лидерҙарҙы, таланттарҙы асыҡлау, уҡыусыларҙың интеллектуаль потенциалын асыу маҡсатында «йылдың иң "Яҡшы уҡыусы" конкурсы үткәрелә. Йыл һайын уҡыусылар Муниципаль предмет олимпиадаларында еңеүсе һәм Республика олимпиадаларында һәм конкурстарында призер була.

Нигеҙ һалынғандан алып мәктәпте 3 меңдән ашыу кеше тамамлаған. Шул иҫәптән 34 миҙалға лайыҡ булған.

Байназар мәктәбе етәкселәре

Ғаяз Ҡәҙерғолов (1924-1929 йылдар)

К.А.Миндеғолов(1925-1927)

Г.З.Мөхәмәтҡолов ((1927-1930)

Г.Дәүләтшин (1930-1932)

Ф.Ф.Йомағолов(1932-1933)

Н.Г.Йомағолов(1933-1934)

Д.Г.Рахманғолов (1934-1939)

К.Узбәков (1939)

Л.А.Ғәлиев(1939-1940)

Х.Нуғаева(1940-1942)

Ғүмәрова Мәсхүҙә Арыҫлангәрәй ҡыҙы(1942--1943)

Баязитова Шәфиға (1943-1944)

Л.С.Ишбулатов (1944-1945)

Х.Сәйетов (июнь-август 1945)

●Шәрипов Ғилмитдин Ғәйнетдин улы(1945-1949)

Йортбағышев Ноғоман Ишҡыуат улы (1949-1954).

К.Г. Шәрәфетдинов (1954-1955)

Сәйәхов Шамил Мортаза улы (1955, 1959-1964)

Ҡарамышев.Фаяз Шәңгәрәй улы(1956--1957)

М.Г.Туҡтамышев (1957)

Ҡаҙбулатов(1957)

Буранов Мирза Латип улы (1964-1967)

Ҡаһарманов Латиф Әбдрахман улы (1967-1972)

Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы (1972-1975; 1979-1985)

Баязитов Роберт Ишдәүләт улы (1976-1979; 1985-2004).

Айытҡолова Зөһрә Әхмәҙи ҡыҙы (2004-2007)

Ғәлиуллин Ғәзим Уйылдан улы (2007-2009)

Шәмсетдинова Резеда Мирза ҡыҙы (2009- 2011)

Хасанов Альберт Зөфәр улы (2011-2012)

Яҡшыбаева Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы(2012)

Баязитов Азамат Роберт улы (2012-2016)

Ҡотлобаев Йәмил Ишбулды улы (2016)

Байназар урта мәктәбе уҡытыусылары

Бөйөк Ватан һуғышына тиклем эшләгән уҡытыусылар (1924-1940 йй.)

Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында эшләгән уҡытыусылар (1941-1945 йй.)

Салауатова Хәсбиямал Сабит ҡыҙы (1921—27.02.1991), мәғариф алдынғыһы. 1939 йылдан Бөрйән районы мәктәптәре, шул иҫәптән 1952—1976 йылдарҙа Байназар урта мәктәбенең башланғыс синыфтар уҡытыусыһы. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1967)

Дәүләтбирҙин Сәлихйән Хафиз улы (26 ғинуар 1927 йыл16 сентябрь 2017 йыл) — педагог, Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусы. 1969—1987 йылдарҙа Бөрйән районы Иҫке Монасип урта мәктәбенең тарих уҡытыусыһы, директоры. Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы (1982). 2-се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры (1945).

Миндеғолова Мәрхәбә Хәйривара ҡыҙы

Дауытова Бәғиҙә

Ҡарамышева Рәйсә Мәхмүт ҡыҙы

1945-1960 йылдарҙа эшләгән уҡытыусылар

Сөләймәнов Зәки Мөхәмәтвәли улы (12 июнь 1930 йыл10 май 2017 йыл) — педагог. БАССР мәктәптәренең атҡаҙанған уҡытыусыһы (1977); «Хеҙмәт ветераны» (1984), «Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында фиҙәҡәр хеҙмәте өсөн» (2001) миҙалдары кавалеры

Ҡарамышев Фаяз Шәңгәрәй улы

1950-1960 йылдарҙа Байназар мәктәбендә эшләгән уҡытыусылар исемлеге

Ҡазбулатов Мөхәмәҙи Әхмәҙи улы — директор,тарих уҡытыусыһы.

Яппаров Рәфҡәт Ғәриф улы — завуч,математика уҡытыусыһы.

Мусина Роза Муса ҡыҙы — рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы.

Малабаева Ғәрифә Муса ҡыҙы — рус теле уҡытыусыһы.

Усманова Дания Султан ҡыҙы — рус теле уҡытыусыһы

Мызникова Александра Федоровна — математика уҡытыусыһы

Махмутова Рәйсә Исламғәле ҡыҙы — тарих,география уҡытыусыһы

Даминева Маһинур Басир ҡыҙы-башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Зайнетдинов Абдулла Фәтхулла улы-физика,математика уҡытыусыһы

Фазтдинова Рәйсә Мөхит ҡыҙы — физкультура уҡытыусыһы

Шагаев Әхмәт Тимерйән улы- башланғыс кластар,башҡорт теле уҡытыусыһы

Аҙнабаева Мәсүрә Талип — — башланғыс кластар уҡытыусыһы

Бикбаева Фәнүзә Хәким ҡыҙы — математика уҡытыусыһы

Ғөбәйдуллина Фатима Хәлил ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы

Һөйәрғолова Мөслимә Мәхмүтдин ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы

Сәитханова Зөфирә Сәитхан ҡыҙы — биология уҡытыусыһы

Абдуллина Шәурә Абдулла ҡыҙы — биология, география, химия уҡытыусыһы

Салауатова Хәсбиямал Сабит ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы

Ғәлиева Фәрзәнә Лотфулла ҡыҙы — китапханасы

Сираева Асия Йәлил ҡыҙы — башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы

Сатвалов Әмир Шәрип улы — математика,физкультура уҡытыусыһы

Чурагулов Мотаһар Сәйф.улы — рус теле уҡытыусыһы

Шәрипҡулова Мәстүрә Вәлиулла ҡыҙы — өлкән пионервожатая, китапханасы

Сәйәхов Шамил Мортаҙа улы — тарих уҡытыусыһы,директор

Бикбулатова Сафура Мансур ҡыҙы — башланғыс кластар уҡтыусыһы

Нурдәүләтова ШәмсиәЗәйнетдин ҡыҙы — биология уҡытыусыһы

Миндиғолова Мәрхәбә Хәйривара ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы

Буранов Мирза Латиф улы — рус теле уҡытыусыһы

Аминева Ғәтифә Зекрейә ҡыҙы — математика уҡытыусыһы

Ишбулатов Шамил Сибәғәт улы — рус теле уҡытыусыһы

Туҡтамышев Мөхәррәм Ғәниевич — тарих уҡытыусыһы

Баязитов Роберт Ишдавлетович — физика уҡытыусыһы

Ғилманова Зәйтүнә Хайрулла ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы

Сәғитова Сания Муфазал ҡыҙы — рус теле уҡытыусыһы

Исмағилов Нәүҙәт — улы-рәсем уҡытыусыһы

Тулыбаева Фәриҙә — башҡорт теле уҡытыусыһы

Аҙангулова Самиға Мөхәррәм ҡыҙы-пионервожатая

Ҡунаҡбаева Сәғәҙәт Сәлимгәрәй ҡыҙы — математка уҡытыусыһы

Мәхмүтов Тимерғәле Хәретдин улы — башҡорт теле уҡытыусыһы

Йәғәфаров Сабир Сафуан улы—ауыл хужалығы производствоһы

Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы — интернат мөдире

Сабитов Хәжғәле Фазулла улы — физкультура уҡытыусыһы

Ҡолдәүләтова Шәмсиә Зәйнетдин ҡыҙы — биология уҡытыусыһы

Бикбулатова Сафура Мансур ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы

Шәймарданова Ғәлиә Ғәлим ҡыҙы — башланғыс кластар уҡытыусыһы

Шәрипов Ғилметдин Ғәйнетдин улы — хеҙмәт уҡытыусыһы.

Яфаева Динә Әхмәт ҡыҙы — география уҡытыусыһы.

1961-1991 йылдарҙа эшләгән уҡытыусылар

Ҡаһарманов Латиф Абдрахман улы (2 апрель 1936 йыл29 декабрь 1999 йыл) — мәғариф хеҙмәткәре. 1972—1977 һәм 1980—1997 йылдарҙа Бөрйән район халыҡ мәғарифы бүлеге мөдире. Башҡорт АССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Ишбулатов Лотфулла Сибәғәт улы. 1924 йылдың 1 майында Бөрйән районы Байназар ауылында Сибәғәт һәм Гәйшә Ишбулатовтарҙың ғаиләһендә тыуған. Байназар ете йыллыҡ һәм Сәрмән педагогия училищеһын тамамлай. 1940 йылда 16 йәшендә хеҙмәт юлын уҡытыусы булараҡ башлай. Мораҙым һәм Байназар мәктәптәрендә уҡыта,

1942 йылда фронтҡа китә. Курск дуғаһында ҡаты яралана һәм госпитапдәрҙә оҙаҡ дауалана. 1944 йылдын март айында тыуған яғына ҡайтаралар. Ҡайтыуына өс көн үтеүгә партия райкомы уны Байназар мәктәбенә директор итеп тәғәйенләй.

Беренсе бурыс - мәктәптең класс бүлмәләрен йылытыу, уҡытыу-тәрбиә эштәрен тейешле кимәлдә алып барыу өсөн шарттар тыуҙырыу, уҡыуын ташлаған балаларҙы ҡайтанан мәктәпкә йәлеп итеү эштәре була. Кисектергеһеҙ сараларҙы оператив хәл иткәп йәш директорҙы партия райкомы Брәтәк балалар йортона завуч итеп күсерә.

1951- 1956 йылдарҙа Ғәлиәкбәр ете йыллыҡ мәктәбендә директор, 1956 йылдан Мәһәҙи мәктәбе мөдире һәм уҡытыусыһы, 1958 йылдан уҡытыуҙан айырылмайынса “Ағиҙел” колхозы парткомы сәркәтибе, 1965 йылдан Байназар урта мәктәбе башланғыс кластары завучы, 1976-77 йылдарҙа Байназар ауыл Советы башҡарма комитеты рәйесе булып эшләй.

Унан инде Байназар урта мәктәбендә военрук булып пенсияга киткәнсе эшләй. Партия Өлкә комитетының Маҡтау грамоталары һәм өҫтәл миҙалы, ике тапҡыр “Һуғышта күрһәткән батырлыҡ өсөн” миҙалына өҫтәп юбилей миҙалдары, II дәрәжә Бөйөк Ватан һуғышы ордены менән бүләкләнгән. РСФСР мәғариф отличнигы. 1990 йылдын 19 июнендә вафат булған.

Тормош иптәше Зәйтүнә Йәғәфәр ҡыҙы менән алты ул тәрбиәләп үҫтергәндәр.

Ишбулатова Зәйтүнә Йәғәфәп ҡыҙы. 1928 йылдың 3 октябрендә Боғаяз районы Аҡкүл ауылында колхозсы ғаиләһендә тыуған.. Башланғыс класты үҙ ауылында, 9-сы класты күрше ауылға йөрөп уҡыған.

Һуғыш ваҡытында уҡытыусылар булмау сәбәпле 10-сы класс булмаған.1945 йылда уҡыуын Өфөлә педучилищела дауам итеп, 1948 йылда тамамлай һәм эшкә Бөрйән районы ҡарамағына ебәрелә. 1948 йылдың 15 авгусынан 1951 йылдың авгусына тиклем Байназарҙа балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләй.

1951-1956 йылдарҙа Ғәлиәкбәр ете йыллыҡ мәктәбендә биология, география уҡытыусыһы, 1956-1965 йылдарҙа Мәһәҙей башланғыс мәктәбе уҡытыусыһы, 1965-1976 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы һәм 1976-1978 йылда тәрбиәсе эшен башҡара. Шунан һуң хаҡлы ялға сыға.

Ғәлина Ғәйшә Ниәтша ҡыҙы (1934) — РСФСР-ҙың һәм БАССР-ҙың атҡаҙанған укытыусыһы

Фәйзуллина Хәжирә Ғимран ҡыҙы

Ҡәҙим Аралбай (тулы исеме — Аралбаев Ҡәҙим Әбделғәлим улы; 1 сентябрь 1941 йыл) — шағир, йәмәғәт эшмәкәре. 1993—2001 һәм 2009—2012 йылдарҙа «Китап» нәшриәтенең баш мөхәррире, директоры. 2002—2008 йылдарҙа Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитетының рәйес урынбаҫары. Башҡортостандың халыҡ шағиры (2011), Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1991). Башҡортостан Республикаһының Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы (1996) һәм әҙәби премиялар лауреаты. Салауат Юлаев ордены кавалеры (2021).

Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы—1931 йылда Байназар ауылында тыуған. Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы. Оҙаҡ йылдар Бөрйән районы башҡорттары ҡоролтайы башҡарма комитеты рәйесе булып тора.

Абдуллина Шәүрә Абдулла ҡыҙы 1934 йылда Ишимбай ҡалаһында тыуған.1955 йылда Стәрлетамаҡ Дәүләт педагогия институтын тамамлағас Бөрйән районының

Байназар урта мәктәбенә ебәрелә.Биология,химия,география фәндәрен уҡыта.Һөҙөмтәле эше өсөн күп наградаларға лайыҡ була.Ишбулатов Ғәлимйән Сибәғәт улы

менән 4 бала үҫтереп,уларға яҡшы тәрбиә биргәндәр.Балалары бөтәһе лә юғары белемле,районда һәмреспубликала билдәле кешеләр.

Баязитов Роберт Ишдәүләт улы (2 ноябрь 1939 йыл, Бөрйән районы Байназар19 май 2019 йыл, Бөрйән районы Байназар ) — комсомол, партия һәм мәғариф ветераны. 1985—2004 йылдарҙа Бөрйән районы Байназар урта мәктәбе директоры. Рәсәй Федерацияһының (1997) һәм Башҡорт АССР-ы мәктәбенең (1988) атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы отличнигы (1979).

Шагаев Әхмәт Тимерйән улы (15.03.1930, БАССР Бөрйән районы Яңы Собханғол ауылы — сентябрь 1999, Башҡортостан Республикаһы Бөрйән районы Байназар ауылы) — Байназар мәктәбе уҡытыусыһы, “РСФСР-ҙың халыҡ мәғарифы алдынғыһы” знагы, “Лениндың 100 йыллыҡ юбилейы хөрмәтенә” , “Хеҙмәт батырлығы өсөн” миҙалдары менән бүләкләнгән.[1]

Шагаева Фәнүзә Хәким ҡыҙы

Шәмиғолов Әхтәм Әхмәт улы

Маликов Зиннур Суфыян улы 1955 йылда Байназар урта мәктәбен тамамлай. 1955-1958 йылдарҙа Совет Армияһы сафында хеҙмәт итә.1958-59 йылдарҙа тәрбиәсе булып эшләй.1959-1964 йылдарҙа Стәрлетамаҡ Дәүләт педагогия институтының физика-математика факультетында уҡый.1964 йылдан алып 1999 йылға тиклем

уҡытыу эше буйыса директор урынбаҫары,физика уҡытыусыһы булып эшләй."Рәсәй Федерацияһының мәғариф алдынғыһы"исеме,Башҡортостан мәғариф министрлығы почет грамотаһы ,район мәғариф бүлегенең грамоталары менән бүләкләнгән.

Сөләймәнова (Маликова) Факиһа Суфиян ҡыҙы. 1921 йылдың 10 февралендә Башҡортостан Республикаһының Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған. Ғаиләлә 7 бала була: 5 малай һәм 2 ҡыҙ. Факиһа ғаиләлә иң өлкәне була. Һуғыш алдынан Сәрмән педагогия училищеһын тамамлай, уҡытыусы булып эшләй. 1942 йылдың майында үҙ теләге менән фронтҡа китә. 1-се Белорус фронтының авиация-истребитель полкында ҡоралсы сифатында һуғыша. 1945 йылда демобилизациялана. Һуғыштан һуң педагогик эшмәкәрлеген Байназар мәктәбендә дауам итә.2 дәрәжә"Бөйөк Ватан һуғышы"ордены менән бүләкләнгән(1985).Хеҙмәт ветераны.

Маликов Юлай Рамаҙан улы

Маликов Мөжәүир Суфиян улы (1 июнь 1926 йыл7 май 2004 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы, II дәрәжә Ватан һуғышы, Жуков ордендары кавалеры, хеҙмәт ветераны

Урмансы

Әминева Ғәтифә Зекрия ҡыҙы (3 ғинуар 1937 йыл20 ғинуар 1996) — юғары квалификациялы математика уҡытыусыһы. «РСФСФ-ың халыҡ мәғарифы отличнигы» (1972), «Өлкән уҡытыусы» (1977), «БАССР-ы мәктәбенең атҡаҙанған уҡытыусыһы» (1984)

Һөйәрғолова Мөслимә Мәхмүтдин ҡыҙы —ветеран уҡытыусы. Башкортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.

К. Я. Яйыҡбаевтың «Мәғрифәтсе мөғәллимдәр, күренекле уҡытыусылар һәм мәғариф эшмәкәрҙәре» тигән китапҡа ла уның исеме индерелгән.

Кинйәкаева Хәшиә Мәхмүтдин ҡыҙы

Ғәлиуллина Тайба Зәйнулла ҡыҙы Аҫҡар ауылында тыуған. Байназар урта мәктәбен тамамлаған. Белорет педагогия училищеһын, һуңынан Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының рус теле һәм әҙәбиәте факультетын тамамлай. Утыҙ йыл дауамында рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Фиҙәкәр хеҙмәте өсөн КПСС, ВЛКСМ, РОНО һәм РК Союзының күп һанлы Почет грамоталары, БАССР Мәғариф Министрлығының Почет грамотаһы менән бүләкләнә.

1987 йылда Башҡорт АССР-ы Мәғариф Министрлығы бойороғо менән «Өлкән уҡытыусы» исеменә лайыҡ була. Тайба Зәйнулла ҡыҙы үҙенең хеҙмәт һәм педагогик эшмәкәрлеге осоронда үҙ предметын өйрәнеүгә, тыуған яҡҡа мөхәббәтте һәм һаҡсыл мөнәсәбәтте һаҡлауға һәм тәрбиәләүгә һәм кешене шәхес булараҡ тәрбиәләүгә күп көс һала. Ул айырым яуаплылыҡ, намыҫлылыҡ, принципиаллек, иғтибарлылыҡ һәм кешеләргә ҡарата һиҙгерлек менән айырылып тора. Оҙаҡ йылдар һәм намыҫлы хеҙмәте өсөн СССР Юғары Советы Президиумы исеменән Башҡорт АССР-ы Юғары Советы Президиумы Указы менән 1984 йылда «Хеҙмәт Ветераны»миҙалы менән бүләкләнә .

Баязитова Рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы. Баязитова (Сәйфуллина) Рәшиҙә Кәлимулла ҡыҙы 1942 йылдың 14 ноябрендә Ҡырмыҫҡалы районы Малай ауылында фронтовик Сәйфуллин Кәлимулла Файзулла улы ғаиләһендә 5-се бала булып донъяға килгән. 1960 йылда БДУ ның филология факультетының башҡорт -рус бүлегенә уҡырға инә. Университетты тамамлағас , 1965 йылда йүнәлтмә буйынса Белорет районы Сәрмән урта мәктәбенә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы инеп эшкә ебәрелә. 1966 йылдың ғинуарында Бөрйән районы егете Баязитов Риф Ишдәүләт улына кейәүгә сығып, Байназар урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшен дауам итә. 1984 йылда Архангель районына күсеп китә, унда Благовещенка мәктәбенә эшкә урынлаша. Башта рус теле дәрестәрен алып бара. Аҙаҡ рус мәктәптәрендә башҡорт теле дәрестәре индерелгәс, башҡорт теле дәрестәрен бирәләр. "Инйәр "гәзите сыға башлау уның педагогик эшмәкәрлегенә яңы һулыш өҫтәй. "Инйәрҙең " Тулҡын " берекмәһе уның ижад ҡомарын аса. Эше буйынса фекерҙәштәре арта. Мәктәптә эш стажы 35 йыл. Үҙҙәренең биш балалары ла башҡортса уҡый - яҙа беләләр. "Инйәр " гәзитен яратып уҡыйҙар. " Мин йәшәйем " тигән китап сығара. "Башҡортостан — илһам илем " конкурсында 2-се урын ала. 2015 йыл " Инйәр " лауреаты була. Төрлө дәрәжәләге дипломдар, Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Хеҙмәт ветераны исеменә лайыҡ була. "Мөхәббәт һәм тоғролоҡ " миҙалы менән бүләкләнә. Уның яратҡан темалары — ғаилә ебе , балалар, тормош, һуғыш осорондағы баласаҡ.

Баязитова Сәмиға Мөхәррәм ҡыҙы Байназар урта мәктәбендә тәрбиәсе булып эшләй.1963-65 йыадарҙа Өфө педагогия училищеһының музыка бүлегендә уҡый.

Нуриман районында уҡытыусы булып эшләй. 1966-1978 йылдарҙа Әбдельмәмбәт, Аҫҡар урта мәктәптәрендә уҡытыусы булып эшләгән.1978-1982 йылдарҙа

Байназар урта мәктәбендә оҙайтылған көн группаһында тәрбиәсе.1982-1985 йылдарҙа Нәби, Әбдельмәмбәт мәктәптәрендә тәрбиәсеһе. 1984-85 йылдарҙа Нәби балалар баҡаһы мөдире. 1985-92 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә оҙайтылған көн төркөмө һәм мәктәп яны интернаты тәрбиәсеһе. 30 йыл эш стажы бар.

Баязитов Марс Ишдәүләт улы 1955 йылда Байназар урта мәктәбен тамамлай.1955-57 йылдарҙа балалар баҡсаһында баянист булып эшләй.1957-60 йылдарҙа

Совет армияһында хеҙмәт итә.1960-63 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә йыр, физкультура уҡытыусыһы булып эшләй.

Ҡарағолова Рәйсә Һибәт ҡыҙы

Кәримов Әбүзәр Һибәт улы

  • Маликов Мөжәүир Суфиян улы (1 июнь 1926 йыл — 7 май 2004 йыл) — Бөйөк Ватан һуғышы һәм совет-япон һуғыштарында ҡатнашыусы, II дәрәжә Ватан һуғышы, Жуков ордендары кавалеры, хеҙмәт ветераны.Байназар ауылында тыуған.1939 йылда Байназар тулы булмаған мәктәбенең 7 класын тамамлаған һәм шул йылы Сәрмән педтехникумына уҡырға ингән. 1940-45 йылдарҙа колхозда эшләй.1945 йылда Японияға ҡаршы һуғышта ҡатнаша .1955 йылда Байназар урта мәктәбенең 10 класын тамамлай.1956-61 йылдарҙа ауыл хужалығы институтын тамамлай.Бөрйән районының"Ағиҙел" колхозында,"Сельхозтехника"-ла инженер булып эшләгән. 1972-91 йылдарҙа Байназар урта мәктәбендә эшләгән.
  • Наградалары:"Бөйөк Ватан Һуғышы"ордены;
  • "1941-1945 йылдар" миҙалы;
  • Хеҙмәт батырлығы өсөн"миҙалы;
  • В И Лениндың 100 йыллығына арналған миҙал;
  • туғыҙ төрлө юбилей миҙалдары,почет грамоталар.

Карамышев Фаяз Шәңгәрәй улы 1915 йылдың 22 сентябрендә Ишембай районы Маҡар ауылында тыуған. Башланғыс белемде ауылда ала.

1933 йылда ете синыф тамамлап Өфө моторҙар заводының нигеҙен ҡороуҙа ҡатнаша. Унан һуң кирбес заводының карьерында забойсы булып йөрөй. Киске йәштәр мәктәбендә белем ала.

1936 йылда белем алыу теләге менән ҡара металлургия рабфагына уҡырға инә.Ләкин оҙаҡ тормай рабфак ябыла. Шулай ҙа уҡырға тигән ынтылыш егетте 1940 йылда мәғариф министерствоһы йүнәлтмәһе менән Өфөлөге 3-се мәктәп янындағы уҡытыусылар курсына алып килә.

Шунда уҡ ул Тимирязев исемендәге педагогия институтының физика-математика факультетына ситтән тороп уҡыу өсөн имтихан тапшыра.1940 йылдың йәйендә Башҡортостан мәғәриф комиссариаты юлламаһы менән Бөрйән районы Яңы Собханғол ете йыллыҡ мәктәбенә физика-математика уҡытыусыһы итеп ебәрелә.Ошо мәктәптә эшләгәндә ғәилә ҡороп ебәрә.Бергә эшләгән Рәйсә исемле уҡытыусыға өйләнә.

Күп тә үтмәй Бөйөк Ватан һуғышы башлана.Военкоматтан мобилизация ҡағыҙы Ҡарамышевты 1941 йылда Аҫҡар ете йыллыҡ мәктәбендә уҡытыу бүлеге мөдире вазифаһын үтәп йөрөгәндә таба. Тәүҙә полк мәктәбен тамамлай һәм 1942 йылдың майында Дон йылғаһын обороналауҙа ҡатнаша.Ул осорҙа был районда бик ҡаты алыштар бара.Тәүҙә взвод командиры ярҙамсыһы, ә һуңынан ротала политрук була.

10 декабрҙә фронт Воронеж-Липецк йүнәлешендә һөжүмгә күсә. Новый, Старый Сокол, Хопер ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша.Шунан һуң Воронеж фронтының командирҙар курсында уҡый һәм взвод командиры булып Курск дуғаһында һуғыштарҙа ҡатнаша.Курск, Сумы, Люблино ҡалалары аша үтә.Еңеү көнөн Чехословакияла взвод командиры, лейтенант булып ҡаршылай.

Яуҙан ҡайтҡас Фаяз Шәңгәрәй улы тәүҙә Бөрйән мәғәриф бүлегендә инспектор булып эшләй. Һуңынан Байназар ете йыллыҡ мәктәбенә уҡытыусы итеп ебәрелә. 1948 йылда 2-се Байназарҙа балалар йорто асыла. Энергиялы йәш уҡытыусы уның директоры итеп тәғәйенләнә. ”Шул уҡ ваҡытта яңы бина төҙөнөк “, -тип һөйләй ине ул.

Һуңынан белемгә ынтылыуы Стәрлетамаҡ уҡытыусылар институтына алып килә, һәм уны 1953 йылда уңышлы тамамлай. “Минең партия һәм Совет органдарында эшләүем 1957 йылда башланды”, -ти ул. 1960 йылға тиклем Байназар ауыл советы председателе булып эшләй.

14 йыл “Ағиҙел” колхозында партия ойошмаһы секретаре була. Аҙаҡ пенсияға сыҡҡансы тағы ла урындағы совет власе менән етәкселек итә. Пенсияға сыҡҡас та интернат мөдире булып эшләй.Партия һәм Совет хөкүмәте Фаяз Шәңгәрәй улы Ҡарамышевты Тыуған ил алдында күрһәткән хеҙмәте орден, миҙалдар менән бүләкләне. Тормош иптәше Мәхмүтова Рәйсә Исламғәле ҡыҙы менән 67 ете йыл бергә ғүмер итеп 5 бала тәрбиәләп үҫтерҙеләр.

Уның тормош йәшәйеше, эшләгән эштәре, ауылдаштарына, йәштәргә өлгө булырлыҡ. Утты-һыуҙы кисеп үткән яу юлы ғына түгел, тормошо ла уның-батырлыҡ.

Наградалары: 1.Орден “Отечественной войны”

2. Орден “Знак почета”

3.Медаль”За победу над Германией”

4. Медаль”За освобождение Праги”

5. Медаль”За доблестный труд”

6.” Медаль Жукова”

7. Медаль”Ветеран труда” за долголетний доблестный труд.

8.Юбилейные медали: 20 лет победы; 30 лет победы; 40 лет победы; 50 лет победы; 60 лет победы; 65 лет победы; 50 лет Вооруженных сил; 60 лет Вооруженных сил; 70 лет Вооруженных сил.

Баязитова Әминә Тимерҡаҙыҡ ҡыҙы (17 декабрь 1946 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Рәсәйҙең мәғариф отличнигы һәм Рәсәй Федерацияһының почётлы мәғариф хеҙмәткәре, уҡытыусы — методист, юғары категориялы уҡытыусы.

Муллағолов Марат Ғизетдин улы 1940 йылдың мартында Аҡбулат ауылында тыуған, РСФСР-ҙың мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы. Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған. Әтек, Байназар, Иҫке Монасип, Яуымбай, Әбделмәмбәт мәктәптәрендә уҡытыусы, директор урынбаҫары, ойоштороусы булып эшләгән. Уҡыусыларҙа халҡыбыҙ тарихына, этнографияһына, йәнтөйәгебеҙ тәбиғәтенә, әҙәбиәткә ҙур ҡыҙыҡһыныу уятҡан һәм һөйөү тәрбиәләгән остаз, байтаҡ мәҡәләләр авторы.

Алтынбаева Зәйтүнә Хәйрулла ҡыҙы

Салауатова Фәрзәнә Рамаҙан ҡыҙы 1949 йылда баймаҡ районының Байым ауылында тыуған.Сибай педучилищеһын тамамлағандан һуң Бөрйән районының Ҡурғашлы башланғыс һәм Байназар урта мәктәптәрендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләй.1990 йылда Башҡорт Дәүләт педагогия институтын ситтән

тороп тамамлай.Рус теле һәм әҙәбиәтенән белем бирә."Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы"(2004),"Рәсәй Федерацияһының мәғариф адынғыһы"

(1995).

Хисмәтуллина Хөрмә Балапан ҡыҙы

Иманғолова Зөләйха Сәхи ҡыҙы (7.04.1948 йыл Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылы) — Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны.

Исламғолова (Ҡаһарманова) Сәлимә Таштимер ҡыҙы (7.03.1952 йыл, Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылы) — Рәсәй Федерацияһының дөйөм белем биреү почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Рәсәйҙең хеҙмәт ветераны. (Викидәреслектә [2]

● Рафаэль Фазлетдин улы (1. 01.1947 йыл Башҡорт АССР-ы Бөрйән районы Байназар ауылы) —Байназар мәктәбе уҡытыусыһы, хеҙмәт ветераны. [3]

Сураҡова Фәрхәнә Ниғәмәт ҡыҙы (23 февраль 1950 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны, Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы (1998), Рәсәй Федерацияһы Президентының «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2006).

Салауатова Рәмилә Фәхретдин ҡыҙы

Мөхәмәтйәнов Бүләкбикә Зәкир ҡыҙы

  • УРАЗАЕВА (Ғәлиуллина) Рәмзиә Ғилметдин ҡыҙы 1949 йылдың 16 авгусында БАССР-ҙың Бөрйән районының Исламбай ауылында тыуған. 1972 йылда Башҡорт Дәүләт университетын тамамлаған (Өфө, 1972). 1972 йылдан алып математика уҡытыусыһы, бер үк ваҡытта Аҫҡар урта мәктәбенең комсомол уҡытыусылар ойошмаһы секретары. 1974 йылдан алып Тимер һигеҙ йыллыҡ мәктәбенең уҡыу өлөшө буйынса директор урынбаҫары. 1975 Йылда Байназар урта мәктәбе, 1989-2007 йылдарҙа Тимер урта мәктәбе уҡытыусыһы. "Башҡортостан Республикаһының мәғариф отличнигы" (2003), "РӘСӘЙ Федерацияһының почетлы мәғариф хеҙмәткәре" (2005) билдәләре менән бүләкләнгән.

Мырҙағолова Роза Хәләф ҡыҙы 1947 йылдың 16 февралендә Бөрйән районының Иҫке Собханғол ауылында тыуған. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң бер йыл Ырғыҙлы 8 йыллыҡ мәктәбендә немец теле уҡытыусыһы булып эшләй.

Һуңынан БДУ-ның роман-герман филологияһы факультетына уҡырға инә. 1972 йылда немец теле уҡытыусыһы дипломы менән үҙ районына ҡайта. Хеҙмәт юлын Байназар урта мәктәбендә дауам итә. Пенсияға сыҡҡанға тиклем немец һәм инглиз телдәре уҡытыусыһы булып эшләй. Профсоюз һәм комсомол ойошмалары лидеры, завуч - ойоштороусы була. Күп йылдар райондан тыш киң дәирәлә билдәле мәктәп бейеү ансамбле менән етәкселек итә.

Уның сығарылыш уҡыусылары район һәм республика сиктәрендә лә, унан ситтә лә күп тармаҡтарҙа уңышлы эшләй. Район һәм ауыл советы депутаты итеп һайлана. Башҡортостан республикаһы мәғариф Министрлығының грамотаһы менән бүләкләнә, " Башҡортостан Республиканың мәғариф алдынғыһы" билдәһе менән бүләкләнә. Дөйөм педагогик стажы 36 йыл.

Пенсияға сыҡҡас 2010-2012 йылдарҙа Өфөләге 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында экскурсовод булып эшләй. Әлеге ваҡытта Байназар хакимиәте ҡарамағындағы ветерандар советың ағзаһы булып тора. Бөйөк Ватан Һуғышында ҡатнашыусылар, тыл хеҙмәтсәндәре, һуғыш балалары тураһында материалдар йыйыуҙа ҡатнаша .

Башҡортостан Республикаһының Ветерандар Советының "Ветерандар хәрәкәтен үҫтереүгә булышлыҡ иткән һәм индергән өлөшө өсөн" миҙалы менән бүләкләнгән. Ире Мырҙағолов Таһир менән бергә 3 ул тәрбиәләй, бөтәһенә лә юғары белем бирә.

Шәрипова Зәкиә Әкрам ҡыҙы 1947 йылдың 15 ғинуарында Әбйәлил районының Амангилде ауылында тыуған.1954-1960 йылдарҙа Абзаҡ ете йыллыҡ мәктәбендә,

1961-1964 йылдарҙа Өфө интернат мәктәбендә уҡыған.1964-1968 йылдарҙа Магнитогорск пединститутының физика-математика факультетында математика уҡытыусыһы

специальносын алып сыға.1968 -1970 йылдарҙа Әбйәлил районының Байым урта мәктәбендә,1971-1973 йылдарҙа Абзаҡ урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы булып эшләгән.1973-1975 йылдарҙа Магниторск металлургия комбинатында эшләп ала.1975-2006 йылдарҙа Бөрйән районының Байназар урта мәктәбендә математика һәм технология уҡытыусыһы булып эшләй.2006 йылдан хаҡлы ялда.Байназар ауылында йәшәй.

Нурдәүләтова Асия Солтангәрәй ҡыҙы

Нурдәүләтов Муса Ишбулды улы

Салауатова Минзәлә Ғәле ҡыҙы

Сәғитова Гөлшат Самат ҡыҙы

Науразбаева Нәсимә Әхмәҙиә ҡыҙы

Науразбаев Ғәле Сәфәрғәле улы

Идалина Зөлфиә Хәйрулла ҡыҙы

Даутова Рәшиҙә Сәғәҙи ҡыҙы

Ишмөхәмәтова Роза Зәки ҡыҙыБашҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы.

1957 йылдың 22 февралендә Бөрйән районы Ғәлиәкбәр ауылында тыуған. Ғәлиәкбәр 8 йыллыҡ мәктәбен тамамлағас Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. 1972-1976 йылдарҙа училещела белем алып тыуған районына ҡайта. 1976 йылда Яуымбай башланғыс мәктәбендә уҡыта башлай.

1979 йылдан хеҙмәт юлын Байназар урта мәктәбендә дауам итә. 1977-1983 йылдарҙа Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының педагогика һәм башланғыс белем биреү методикаһы факультетында педагогик белемен камиллаштыра. Уҡыусылары тырышып уҡыуы, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнашыуы менән айырылып тора. Район буйынса предмет олимпиадаларында уның һәр сығарылыш уҡыусылары призлы урындар яулай. «Йәншишмә» гәзитенең әүҙем хәбәрселәре лә улар була, шиғыр- мәҡәләләре гәзит биттәрендә баҫылып бара.

Роза Зәки ҡыҙы байтаҡ йылдар мәктәптең ата-әсәләр комитеты менән етәкселек итә, башланғыс синыфтарҙың методик берекмәһе етәксеһе була. Был берекмәгә ҡараған Байназар, Яуымбай, Мәһәҙей, Һарғая, Мораҙым, Ҡурғашлы мәктәбе укытыусылары уҡытыу-тәрбиә эшендә һөҙөмтәле эшләй, әүҙемлектәре менән айырылып тора.

Күп йылдар буйына йыйылған эш тәжрибәһе менән райондың башланғыс синыф уҡытыусыары алдында ижади отчет менән сығыш яһай. Уның эш алымын башҡа хеҙмәттәштәренә өйрәнергә тәҡдим ителә.

Район уҡытыусылары бәйгеһендә 2-се урын яулай. Ике тапҡыр Башҡортостан мәғәриф министрлығының, Башҡортостан Республикаһы хөкүмәтенең, Рәсәй федерацияһының фән һәм мәғәриф министрлығының маҡтау ҡағыҙҙары менән бүләкләнә. Исеме “Заслуженные люди Республики Башкортостан” китабына индерелгән. 2000 йылда «Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы» исеме бирелә. 37 йыл башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләп, хаҡлы ялға сыға.

Ҡотлобаева Көнһылыу Зәки ҡыҙы (13 март 1956 йыл) — педагогик хеҙмәт ветераны. Юғары категориялы биология уҡытыусыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2004) һәм мәғариф алдынғыһы (1998), «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2011). 2015 йылдан Башҡорт Википедияһының әүҙем мөхәррире, 2016 йылдан Бөрйән вики-клубы етәксеһе.

Муллағолов Ильяс Мәхмүтдин улы

Мөхәмәтйәнов Мәүлет Рысйән улы

Йәмилев Варис Мәжит улы

Йәмилева Вәсилә Әмир ҡыҙы

Аҙанғолова Светлана Мәхмүт ҡыҙы

Ҡарағолова Фәимә Фәхрәзи ҡыҙы

Әхмәтова Гүзәл Зиннәт ҡыҙы

Ишбаева Фәнүзә Рәжәп ҡыҙы 1953 йылдың 11 февралендә Белорет районының Үрге Әүжән ауылында тыуған.1973 йылда Белорет педучилищеһын тамамлаған.

1999 йылда Башҡорт дәүләт университетының филология факультетын тамамлаған.1972 йылда Байназар урта мәктәбендә башланғыс кластар уҡытыусыһы булып башлаған.1976 йылдың 1 авгусынан тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары һәм башҡорт теле уҡытыусыһы.1984 йылдан1987 йылға тиклем "Ағиҙел" колхозының

Мәһәҙей бригадаһының бригадиры итеп тәғәинләнә.1988 йылдың 1 июленән Мәһәҙей башланғыс мәктәбен етәкләй Шул уҡ йылдың 1сентәберенән-башланғыс.. кластар уҡытыусыһы.1994йылдан башлап 2001йылға тиклем Мәһәҙей төп белем биреү мәктәбә директоры,ә 2021йылдан-башланғыс кластар уҡытыусыһы.2002 йылдың сентяберенән 2003 йылдың апреленә ҡәҙәр- Ҡолғана дөйөм белем биреү мәктәбе директоры.2003 йылдан 2008 йылға тиклем-Мәһәҙей мәктәбендә башланғыс кластар укытыусыһы.Шул ваҡыттан алып хаҡлы ялда.КПССтың Өлкә комитетының Почет грамотаһы (1989),Мәғариф һәм фән министырлығының Почет грамотаһы(2007),Байназар ауыл администрацияһының,"Таң" гәзите редакцияһы грамоталары менән бүләкләнгән.Байназар ауылының "Ҡурыуҙы" ансамбеленең актив ҡатнашыусыһы.

Айытҡолова Зөһрә Әхмәҙиә ҡыҙы 1960 йылдың 10 майында Бөрйән районының Байназар ауылында тыуған.Байназар урта мәктәбен тамамлағандан һуң Башҡорт Дәү әт педагогия институтына уҡырға керә һәм 1984 йылда уны тамамлай.

1984 йылдан Баймаҡ районының Тубин урта мәктәбендә математика уҡытыусыһы эшен башлай.1993-1999 йылдарҙа уҡытыусы, 2004-07 йылдарҙа Байназар мәктәбенең директоры булып эшләй.

1999-2003 йылдарҙа Мораҙым төп белем биреү мәктәбе директоры, 2007 йылдан башлап Байназар ауыл советы башлығы.

2011 йылдан—Бөрйән районының халыҡты комплекслы социаль хеҙмәтләндереү үҙәге , 2015 йылдан-"Атайсал"-үҙәге директоры.

"Мәғариф адынғыһы" билдәһе менән бүләкләнгән(2007)

Яҡшыбаева Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы 1960 йылдың 15 авгусында Байназар ауылында донъяға килә.1977 йылда Байназар мәктәбен тамамлағас, сығарылыш кисәһенең икенсе көнөнә үк, балалар баҡсаһына ваҡытлыса эшкә сыға. Ошо йылдың 28 авгусынан мәктәптә химия, биология кабинеттарының лаборанты булып эш башлай.

Ситтән тороп БДУ-ның филология факультетына уҡырға инә, яйлап, уҡытыусылыҡ эшенә күсерелә. Ул йәмғиәт эштәрендә лә әүҙем ҡатнаша. 1998 йылда Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы Яуымбай урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Ул директор булып эшләгән дәүерҙә Яуымбай мәктәбе алдынғылар рәтендә була, мәктәп яны баҡсаһында мул уңыш үҫтереү, сувенирҙар эшләү, фәнни-тикшеренеү эштәрен ойоштороу буйынса районда ғына түгел, республика кимәлендә лә билдәлелек яулай.

Мәктәп 3 йыл рәттән яңы уҡыу йылына әҙерлек буйынса алдынғы урынға сыға, етештергән сувенирҙарын рекламалау аша, райондан ситтә лә һатып, табыш алыуға өлгәшә һәм кабинеттарҙы йыһазландырыуға, уҡыусыларға кәрәк-яраҡ әйберҙәр алына.

Районда беренселәрҙән булып, мәктәп компьютерҙар менән йыһазландырыла, уҡытыусылар документтарҙы, тикшеренеү эштәрен принтерҙа баҫып сығарып, конкурстарҙа алдынғы урындарҙы яулайҙар. Хәҙер былар һәр мәктәп өсөн дә ғәҙәти эш кеүек тойолһа ла, ул заманда башҡа мәктәп уҡытыусыларын шаҡ ҡатырған эштәр булды. Төрлө конкурс, конференцияларҙа, йәрминкәләрҙә Яуымбай мәктәбенең күргәҙмәләре иң шәптәрҙән һаналды.

1999 йылда Яуымбай мәктәбе “Һомай” республика фольклор байрамында әүҙем ҡатнашҡаны өсөн Россия Федерацияһы мәғариф министрлығы Башҡортостан Республикаһының Уҡыусы йәштәр мәҙәниәте үҙәгенең Почет Грамотаһына лайыҡ була.

2001-2009 йылдарҙа Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы Ҡурғашлы мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы, пионервожатый булып эшләй. Үҙ эшенә бирелеп, еренә еткереп, тырышып эшләй ул. Уның уҡыусылары төрлө ярыш-конкурстарҙа, олимпиадаларҙа алдынғы урындарҙы яулай.

2005 йылда уҡыусыһы Шәрәфетдинова Фирүзә районда “Урал батыр” эпосы буйынса үткәрелгән конкурста Гран при яулап, республика кимәленә сыға, ундә 3-сө урынды яулай. Уҡытыусыларҙың бер төркөмө менән үҙе лә тикшеренеү эштәрендә ҡатнашып, мәғариф министрлығының Рәхмәт хатына лайыҡ була.

2009 йылдан Фәниә Солтангәрәй ҡыҙы тыуған мәктәбенә ҡайтып, уҡытыусы, пионервожатый вазифаларын башҡара. Ниндәй генә эште башҡарһа ла, уға тырышлыҡ, ихласлыҡ, тәүәккәллек, талапсанлыҡ хас.

Уның дөйөм эш стажы - 38 йылдан ашыу, педагогик стажы - 30 йыл. Фәниә Солтангәрәй ҡыҙының хеҙмәте күп маҡтау, рәхмәт ҡағыҙҙары, грамоталар менән баһаланған.

2015 йылдан хаҡлы ялда, ләкин уға тыныс ҡына ял итергә ирек бирмәйҙәр. Уның тырыш, һәр эшкә яуаплы ҡарауын белеп, тағы ла 2015 йылдың декабрендә Байназар ауылы ҡатын-ҡыҙҙар рәисе итеп һайлап ҡуялар. Бөгөнгө көндә лә ең һыҙғанып ошо эштә эшләп йөрөй

Ҡарағолова Фәйрүзә Хәмзә ҡыҙы (18 май 1964 йыл) — педагог, Бөрйән районы Байназар урта мәктәбенең башҡорт теле уҡытыусыһы. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы (2010).

1992-2023 йылдарҙа эшләгән уҡытыусылар

  • Ғәлиуллин Ғәзим Уйылдан улы1970 йылдың 21 февралендә Байназар ауылында тыуған.Байназар урта мәктәбендә рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы. Баһаланмалары — Бөрйән районының администрацияһы Почет грамоталары.(2003,2014,2007,2012) йылдар. В.И. Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй йәш эҙләнеүселәр конкурсының Рәхмәт хаты (2018 йыл), И В Вернадский исемендәге Бөтә Рәсәй 2 региондар араһындағы "Европа-Азия.Офоҡтар асып" ғилми-практик конференцияһының Рәхмәт хаты(2017 йыл), И.В. Вернандский исемендәге Бөтә Рәсәй эҙләнеүселәр конкурсының Рәхмәт хаты(2019 йыл), РФ Мәғариф министрлығының Почет грамотаһы ( 2020 йыл). Дәрестән тыш «Ҡурай» дәресе етәксеһе Булараҡ, Ғәзим Уелдан Улы тәрбиәләнеүселәрен был халыҡ музыка ҡоралында уйнарға өйрәтә. 2016-2017 уҡыу йылында уның тәрбиәләнеүселәре зона ҡурайсылар конкурсында 3-сө урынды яулай һәм йыл һайын район конкурсында призлы урындар яулай. Уҡытыусы үҙенең профессиональ кимәлен даими күтәрә. Байназар ҡыуағы рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының етәксеһе. РМО ултырыштарында, төрлө семинарҙарҙа ҡатнаша, коллегалары менән эш тәжрибәһе менән уртаҡлаша. 2018 йылда йыл Уҡытыусыһы 2018 конкурсының муниципаль этабында ҡатнаша, унда 2-се урынды ала. «Иң яҡшы сайт»номинацияһында еңеүсе була. Ул "рус теле һәм әҙәбиәте Йыл Уҡытыусыһы -2018" республика конкурсында ҡатнашыусы
  • Ғәлиуллина Айгөл Әнүәр Әбйәлил районының Байым ауылында 1971 йылдың 20 маенда тыуған .1988 йылда 10 –сы класты тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтының башланғыс кластар факультетына уҡырға ингән. 1992 йылды тамамлап Бөрйән районының Яуымбай мәктәбендә үҙемдең хеҙмәт юлын башлаған. Байназар мәктәбендә 1998 –се йылдан башланғыс кластар уҡытыусыһы. .Бүләкләүҙәр тураһында мәғлүмәттәр: Бөрйән районы Муниципаль районы Хакимиәтенең МКУ РОО Почет грамотаһы -2002, 2004, 2007 йылдар. Башҡортостан республикаһы мәғариф министрлығының Почет грамотаһы-2014 йыл .Дөйөм эш стажы 31 йыл, юғары квалификациялы уҡытыусы.

Баязитова Рәсимә Рауил ҡыҙы (27 март 1975 йыл) — Башҡортостан Республикаһының мәғариф алдынғыһы, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған уҡытыусыһы.

Ҡыуандыкова Гүзәл Ринат ҡыҙы 1986 йылдың 1 июнендә Мәләүез ҡалаһында тыуған, Әсәһе Рәүилә Сәлимйән ҡыҙы Мәләуз ҡалаһыныҡы, атаһы Галин Ринат Байназар ауылы егете. Ғаиләлә 5 бала була. Гүзәл 6 йәштән 1992 йылда Байназар мәктәбенә уҡырға бара. 9 класты тамамлағас Сибай педагогия колледжына уҡырға инә. 4 йыл уҡығандан һуң тыуған Байназар мәктәбенә эшкә ҡайта. Ситтән тороп Магнитогорск дәүләт университетында юғары белем ала. Бер ул һәм ҡыҙ тәрбиәләй.

2020 йылда 600 мең грант ала.

Сәғитова Гүзәл Хәләф ҡыҙы. 19 июль 1970 йыл Иҫке Собханғол ауылында тыуған.11 се класты тамамлағас Стәрлетамаҡ дәүләт педагогик инстиутының физика-математика факультетына уҡырға индем. (1987-1992). 1992 йылдан Мәһәҙей мәктәбендә физика, математика уҡытыусыһы, уҡытыу - тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары булып эшләгән. 2014 йылда Байназар мәктәбендә математика уҡытыусыһы , 2015-2022 уҡыу йылдарында уҡытыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары . 2022 - 2023 уҡыу йылынан физика уҡытыусыһы булып эшләп йөрөй.

●Алтынбаева Рәсимә Әнүәр ҡыҙы

Сөләймәнова(Хисматуллина) Лиә Зәки ҡыҙы(17.02.1962) Бөрйән районы Нәби ауылында тыуған. Нәби, Байназар мәктәптәрендә урта белем алған, 1984 йылда БГПУ-ның физика-математика факультетын тамамлаған.

1984-1985 йылдарҙа Шишмә районы Суҡраҡлы мәктәбендә, 1988-1989 йылдарҙа Яңы Собханғол мәктәбендә, 1989-2009 йылдарҙа Ҡурғашлы мәктәбендә, 2009-2010 йылдарҙа Нәби мәктәбендә, 2010-2016 йылдарҙа Байназар мәктәбендә эшләгән.

Рәсәй Федерацияһы Президентының «Мәғариф» өҫтөнлөклө милли проекты гранты конкурсы еңеүсеһе (2009).

Газин Йәҙгәр Кәбир улы

Байназарова Ғәзимә Ғалиулла ҡыҙы 1969 йылда Байназар ауылында тыуған. Стәрлетамаҡ Дәүләт педагогия институтын филология факультетын тамамлаған.Үҙенең хеҙмәт юлын Ҡурғашлы тулы булмаған мәктәбендә башлаған. Уҡыу-тәрбиә эше буйынса директор урынбаҫары, рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләгән. 2009 йылда Курғашлы мәктәбенең үҙгәртелеүе арҡаһында Байназар урта мәктәбенә директорҙың уҡытыу-тәрбиә эше буйынса урынбаҫары итеп күсерелә. Эшендәге яҡшы күрһәткестәре өсөн Мәгариф министрлығының Почет грамотаһы, Бөрйән районы администрацияһының,мәғариф бүлеге дипломдары, грамоталары менән бүләкләнгән.

Газина Рәфисә

  • Мәсәғүтова( Салауатова) Гөлкәй Ғәлимйән ҡыҙы 1969 йылдың 22 ноябрында Бөрйән районы Байназар ауылында тыуған.1975 йылдың 1 сентябрында Аҫҡар урта мәктәбенә 1-се класҡа уҡырға барған.1980 йылда 6 класҡа Байназар урта мәктәбенә уҡырға килгән.1986 йылда мәктәпте уңышлы тамамлап, Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына уҡырға ингән.1991 йылда филология факультетын тамамлап, районға эщкә ҡайта.1991-1995 йылдарҙа Ҡурғашлы тулы булмаған урта мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәте, урыҫ теле һәм әҙәбиәте фәндәренән уҡыта, уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса директор урынбаҫары булып эшләй.1995 йылдың аҙағында Байназар урта мәктәбенә күсеп, тарих, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте дәрестәрен алып бара.1996 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем урыҫ теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы булып эшләй. Оҙаҡ һәм намыҫлы хеҙмәт өсөн мәктәп, район,Башҡортостан Республикаһының мәғариф һәм фән Министрлығының Почет Грамоталары менән бүләкләнгән. Мәсәғүтов Рафиҡ Баязит улы менән ғаилә ҡороп , 2 бала үҫтергәндәр.Гөлиә БГПУ –ның геграфия факультетын тамамлап, уңышлы эшләп йөрөй. Айтуған М.Кәрим исемендәге Милли Йәштәр театрында хеҙмәт юлын башлаған.

Һылтанмалар