www.fgks.org   »   [go: up one dir, main page]

Эстәлеккә күсергә

Шаһнамә: өлгөләр араһындағы айырма

Википедия — ирекле энциклопедия мәғлүмәте
Эстәлек юйылған Эстәлек өҫтәлгән
16 юл: 16 юл:




==Төрки телдә==
==Төрки телгә тәржемәләре==
Солтан тәкъдиме белән 1501 10 елларда "Шаһнамә" поэмасын фарсыдан төрки телгә Шәриф Амиди тәрҗемә итә ("Төрки Шаһнамә"). Тәрҗемәгә пролог һәм эпилог рәвешендә өстәп язган текстында 15—16 йөзләрдәге [[мәмлүкләр]] [[Мисыр]]ның идарәчеләре, илнең мәдәнияте, Каһирә шәһәренең топографиясе турында мәгълүматлар бирә. "Төрки Шаһнамә"нең кулъязма нөсхәләре С.-[[Петербург]], [[Дүшәнбе]], [[Каһирә]], [[Лондон]], [[Вена]] шәһәрләре китапханәләрендә саклана.<ref>[ШӘРИФ АМИДИ http://jazucilar.narod.ru/amidi.htm]</ref>
Солтан тәҡдиме менән 1501 —1510 йылдарҙа "Шаһнамә" поэмаһын фарсынан төрки телгә Шәриф Амиди тәржемә итә ("Төрки Шаһнамә"). Тәржемәгә пролог һәм эпилог рәүешендә өҫтәп яҙған тексында 15—16 быуаттарҙағы [[мәмлүктәр]] [[Мысыр]]ҙың идарасылары, илдең мәҙәниәте, Ҡаһирә ҡалаһының топографияһы тураһында мәғлүмәттәр бирелә. "Төрки Шаһнамә"нең ҡулъяҙма нөсхәләре Санкт-[[Петербург]], [[Дүшәнбе]], [[Ҡаһирә]], [[Лондон]], [[Вена]] ҡалалары китапханаларында һаҡлана.<ref>[ШӘРИФ АМИДИ http://jazucilar.narod.ru/amidi.htm]</ref>


==Автор тураһында==
==Автор тураһында==

12:52, 3 ноябрь 2014 өлгөһө

Шаһнамә(фарс. شاهنامه – «Шаһтар китабы») – донъя әҙәбиәтенең иң мәшһүр иҗад үрнәктәренән һанала. Ирандың бө!йк шағийры Әбелҡасим Фирҙәүси (930 - 1020) әҫәре.

Әҫәрдә Ирандың иң боронғо тарихынан алып, VII быуаттан Ислам диненең фарсы ерҙәренә урынлашыуына тиклемге тарихи ваҡиғалар тасуирлана. Шаһтар китабы – бер автор яҙған иң озон поэма. Уның күләме «Илиада» һәм «Одиссея»ның икеһен ҡушҡан саҡта ла ике тапҡыр ҙурырак. [1].

Был әҫәрдә Ирандан ҡала Һиндстан, Үҙәк Азия, Анатолия һәм Кавказда быуындан быуынға күскән ауыҙ-тел әҙәбиәтенең бик яхшы өлгөләре сағыла.

Һүрәтләмә

«Шаһнамә» – ул проза һәм шиғыр менән яҙылған төрлө авторҙар яҙған йыйылмалар исеме. Уларның иң танылу алғаны – 976—1011 йылдарҙа Фирҙәүси яҙғаны.

Фирҙәүси Шаһнамә әҫәрен солтан Мәхмүт Ғәзнәүи заманында, 1010 йылдың 8 март көнөндә тамалай[2] һәм уға бағышлау яҙа. Калған йыйылмаларҙан бары фрагментлар ғына һаҡланғанлыҡтан, әҫәрҙе дөйөм Фирҙәүсигә бәйләйҙәр. Фирҙәүси яҙған ваҡытта ул әҫәргә фарсы фольклорын күпләп йыя. Ул унда боронғо Иран мифтарын, зәрдөштләрҙең Авесталарын, шулай уҡ ваҡытһыз вафат булған шағир Дакикиҙың йыйылмаһынан 100 бәйет самаһы материал индерә.



Төрки телгә тәржемәләре

Солтан тәҡдиме менән 1501 —1510 йылдарҙа "Шаһнамә" поэмаһын фарсынан төрки телгә Шәриф Амиди тәржемә итә ("Төрки Шаһнамә"). Тәржемәгә пролог һәм эпилог рәүешендә өҫтәп яҙған тексында 15—16 быуаттарҙағы мәмлүктәр Мысырҙың идарасылары, илдең мәҙәниәте, Ҡаһирә ҡалаһының топографияһы тураһында мәғлүмәттәр бирелә. "Төрки Шаһнамә"нең ҡулъяҙма нөсхәләре Санкт-Петербург, Дүшәнбе, Ҡаһирә, Лондон, Вена ҡалалары китапханаларында һаҡлана.[3]

Автор тураһында

Фирҙәүси (Әбүл – Ҡасим - Туси) сама менән 934-941 йылдарҙа тыуа. Вафаты – 1025 йыл. «Шаһнамә» китабын 34 йыл ижад итә. Авторҙың үҙенең ауыр яҙмышына зарланыуы сағыла.

Тарихи эпопея

Шаһтар тарихын яҙырға дәртләндереүсе саманидтар династияһы тарихы һүрәтләнә. Шулай уҡ уның тарҡалыуы, власҡа ҡараханидтар килеүе сағылдырыла. Эпопеяны төрки солтаны Мәхмүт Fәзнәүи Иран шаһтарын данлағаны өсөн баһалап етмәй. Фирҙәүсиҙең Мәхмүткә сатираһы ла бар. Үҙ ғүмерен ситтә, хәйерселектә тамамлауы тураһында бәйән итә.

Эпопеяның ҡатмарлы поэтик структураһы

Мифик, тарихи шәхестәрҙе лә индереп, 50 иран шаһының батшалыҡ итеүҙәрен хроника рәүешендә һүрәтләү.

Үткәндәрҙе идеаллаштырыу һәм халыҡтың героик тарихын һүрәтләү. Тыуған ил образы. Халыҡ батырҙары Рөстәм һәм Сиявуш; идеаль батшалар - Йәмшид, Ҡай - Хөсрәү һ.б. Фирҙәүсиҙең халыҡ ихтилалдарын объектив һүрәтләп үҙ заманы өсөн гражданлыҡ ҡыйыулығы күрһәтеүе. Идеаль йәмғиәт һәм ғәҙел батша хаҡында социаль утопия. Аҡыл, яҙмыштың ролен күрһәтеү.

Яҡшылыҡ һәм яманлыҡ көрәшенең тарих тәгәрмәсен әйләндереүсе көс булыуын күрһәтеү. Мифик заттар менән кешеләрҙең, турандар менән ирандарҙың, зороастризм менән мосолманлыҡ араһындағы көрәш. Кеше күңелендәге икеләнеү, шикләнеүҙәрҙе күрһәтеү. Изгелектең еңеүенә ышаныс белдереү.

Фирҙәүси ижадында Алла һәм дин

«Маңлайыңа яҙғанды күреү» мотивының Исфәндиәр, Рөстәм һ.б. персонаждарҙың яҙмышында сағылдырырыла. Эпопеяның үҙәк идеяһы булған кешелеклелек, гуманизм идеяһы тора.

«Шаһнамә»лә ҡатын-ҡыҙ образдары

  • Гөрҙәфәрид
  • Рудабә
  • Судабә һ.б.

Әҫәрҙә эпик һәм лирик жанр формаларының синтезлашыуы Диалог, монолог, батша телмәрҙәре; хроникаллек. Сюжет материалының төрлөлөгө: мифологик, тарихи, реаль тормоштан алынған материалдар. Өҫтәлмә эпизодтар, айырым новеллаларҙың сюжет – композициялағы роле.

«Шаһнамә»нең донъя әҙәбиәте тарихында тотҡан урыны

Урыҫ телендә баҫылған китаптары

  • Фирдоуси. Шахнаме. Т. I. (От начала поэмы до сказания о Сохрабе). Пер. с фарси Ц. Б. Бану, коммент. А. А. Старикова. М., 1957.
  • Фирдоуси. Шахнаме. Т. II. (От сказания о Ростеме и Сохрабе, до сказания о Ростеме и хакане Чина). Пер. с фарси Ц. Б. Бану-Лахути, коммент. А. А. Старикова. М., 1960.
  • Фирдоуси. Шахнаме. Т. III. (От сказания о Ростеме и хакане Чина до царствования Лохраспа). Пер. с фарси Ц. Б. Бану-Лахути, коммент. А. Азера и Ц. Б. Бану-Лахути. М., 1965.
  • Фирдоуси. Шахнаме. Т. IV. (От царствования Лохраспа до царствования Искендера). Пер. с фарси Ц. Б. Бану-Лахути, коммент. В. Г. Луконина. М., 1969.
  • Фирдоуси. Шахнаме. Т. V. (От начала царствования Искендера до начала царствования Йездгерда, сына Бехрама Гура). Пер. с фарси Ц. Б. Бану-Лахути и В. Г. Берзнева, коммент. В. Г. Луконина. М., 1984.
  • Фирдоуси. Шахнаме. Т. VI. (От начала царствования Йездгерда, сына Бахрама Гура до конца книги). Пер. с фарси Ц. Б. Бану-Лахути и В. Г. Берзнева, коммент. Л. Лахути. М., 1989.

Галерея

«Шаһнамә».
Фирдәүсинең Тус 3ала8ында4ы ҡәбер ташы
«Шаһнамә». XVI быуат баҫмаһынан иллюстрация.
«Сөләймән шаһ». XVI гасыр баҫмаһынан иллюстрация.
Шаба батшабикәһе. XVI быуат баҫмаһынан иллюстрация
«Байсангур Шаһнамәһе» (1430 ел)
«Байсангур Шаһнамәһе» (1430). Иллюстрация
Хосрау етәкселендәге фарсы ғаскәре Афрасияб батшаның туран ғәскәренә ҡаршы бара, «Байсангур Шаһнамәһе» (1430).
Ирандың беренсе шаһы, Гаюмар 1537.
XVII быуат китабының тышы.
Пиран-батыр Сиявуш шаһзаданы ҡаршы ала, XIV быуат башы.
Акван-дию Рөстәмде диңгезгә ташлай. XVIXVII быуаттар.
XVIII быуат аҙағы баҫмаһы, Мугал, Һиндстан.

Иҫкәрмәләр

  1. Iran. British Institute of Persian Studies, 2006. Vol. 44. Page 321.
  2.  (инг.) Khaleghi-Motlagh, Djalal Ferdowsi, Abu'l Qāsem i. Life. Encyclopædia Iranica (26 ғинуар 2012). — «the poet refers... to the date of the Šāh-nāma’s completion as the day of Ard (i.e., 25th) of Esfand in the year 378 Š. (400 Lunar)/8 March 1010». Дата обращения: 27 май 2012.
  3. [ШӘРИФ АМИДИ http://jazucilar.narod.ru/amidi.htm]

Һылтанмалар

Ҡалып:Цари Шахнаме